idelbaev_artur (idelbaev_artur) wrote,
idelbaev_artur
idelbaev_artur

Укы хэм тарат!



Флешмоб.

Бирмәйек!

- Ни эшләй алам яңғыҙ? – тип
Телемде тыйҙым,
Үҙ һүҙемде үҙем шулай
Йоҙаҡлап ҡуйҙым.

Һин дә, мин дә, башҡалар ҙа
Шулай түҙһәләр,
Ни булыр телебеҙ менән,
Телһеҙ итһәләр?

Ни булыр илебеҙ менән,
Телһеҙ башҡорттар?
Телдән яҙһаҡ, илһеҙ ҡалһаҡ, -
Беҙ бит - маңҡорттар...

Минең телем – һутлы, татлы,
Көслө телкәйем!
Теле шиңһә, ҡотһоҙланыр
Ғәзиз еркәйем...

Минең телем – һинең телең,
Ғәзиз телебеҙ!
Үҙ телендә һөйләшһәсе
Эх, һәр кемебеҙ!

Телебеҙҙе байраҡ итеп
Күтәрһәк илгә,
Тотона алмаҫ дошмандар
Был көслө телгә!

Яҡламаһаҡ, юҡҡа сығыр
Туған тел-әсәй...
Башҡорт бөтөр. Тороп ҡалыр
Бер БӨЙӨК РӘСӘЙ.

Башҡорт теле – әсәм теле,
Иң оло мөлкәт!
Башҡорттар беҙ! Телебеҙҙе
Бирмәйек, милләт!

Tags: Бирмәйек, флешмоб
Subscribe
  • Post a new comment

    Error

    default userpic

    Your reply will be screened

    When you submit the form an invisible reCAPTCHA check will be performed.
    You must follow the Privacy Policy and Google Terms of use.
  • 0 comments